Ул тирене, сәсте, тырнаҡты туҡландыра, быуындарҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, һөйәкте дауалай. Әлбиттә, малдың баш һәм тояҡ итенән әҙерләгнән ҡойҡала, башҡа ризыҡтарҙа ул бар. Әммә ундай ит гел генә булып тормай.
Даими ҡулланыу өсөн 1 стакан ҡайнап бер аҙ һыуынған һыуға 1 балғалаҡ гранулланған желатин һалып бутарға ла, бер аҙ ултыртып торорға кәрәк. Уға ярты лимон һутын өҫтәһәң, әскелтем тәм барлыҡҡа киләсәк, витаминға ла бай буласаҡ.
Был эсемлекте көн һайын иртәнсәк ас ҡарынлай эсергә һәм ярты сәғәт тирәһе ашамай торорға. Желатинды күберәк һалғанда мармелад буласаҡ.