Еңел машинаны хужаһы ҡалҡыу урынға ҡуйған була. Бер аҙҙан "тимер атын" ҡалҡыулыҡтан төшә башлай. Һөҙөмтәлә, машина ҡомлоҡта ял иткән кешеләр өҫтөнә килеп менә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ, палаткала ял итеүсе ир менән малай һуңғы секундтарҙа сығып өлгөрә. Юғиһә машина уларҙы тапап уҡыр ине. Хәүефле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Тикшереүселәр әйтеүенсә, машина хужаһы айыҡ булған.