Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 01:24

Дөгө онон косметика булараҡ та ҡулланырға була

Дөгө яҡшы антиоксидант һәм адсорбент, ул тиреләге зарарлы матдәләрҙе үҙенә һеңдерә һәм артыҡ һыуҙы сығара. Косметик маҡсатта ҡулланыр өсөн дөгөнө кофемолка аша үткәреп, он итеп ҡулланыр кәрәк.Скраб: 3 балғалаҡ дөгө онона 1 балғалаҡ бал һәм 1 ҡалаҡ йылы һыу ҡушып бутарға ла, биткә һөртөп 10-15 минут буйына еңелсә ышҡырға. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә.Туҡландырыусы маска: 3 балғалаҡ онға 1 балғалаҡ лимон һуты һәм 1 ҡалаҡ үҙемлек майы һалып бутарға һәм биткә һыларға. 15 минуттан йылы һыу менән йыуырға.Бер тигеҙ итеп дөгө оно менән ваҡланған кофе алырға һәм ҡаймаҡ ҡуйылығы булырлыҡ итеп һөт ҡойоп бутарға. Был кремды тән тиреһенә һөртөп 15 минуттан йыуырға. Был мәлдә мунсала парланырға йәки пленка менән ҡаплап парланып алһағыҙ ҙа була.1 стакан дөгө ярмаһын 3 литр һыуға һалып әҙер булғансы бешереп, бер аҙ һыуытырға. Уға аяҡтарҙы тығып 20-30 минут ултырһаң, тире йомшара, ярылған үксә лә тиҙ уңаласаҡ.

Дөгө яҡшы антиоксидант һәм адсорбент, ул тиреләге зарарлы матдәләрҙе үҙенә һеңдерә һәм артыҡ һыуҙы сығара. Косметик маҡсатта ҡулланыр өсөн дөгөнө кофемолка аша үткәреп, он итеп ҡулланыр кәрәк.
Скраб: 3 балғалаҡ дөгө онона 1 балғалаҡ бал һәм 1 ҡалаҡ йылы һыу ҡушып бутарға ла, биткә һөртөп 10-15 минут буйына еңелсә ышҡырға. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә.
Туҡландырыусы маска: 3 балғалаҡ онға 1 балғалаҡ лимон һуты һәм 1 ҡалаҡ үҙемлек майы һалып бутарға һәм биткә һыларға. 15 минуттан йылы һыу менән йыуырға.
Бер тигеҙ итеп дөгө оно менән ваҡланған кофе алырға һәм ҡаймаҡ ҡуйылығы булырлыҡ итеп һөт ҡойоп бутарға. Был кремды тән тиреһенә һөртөп 15 минуттан йыуырға. Был мәлдә мунсала парланырға йәки пленка менән ҡаплап парланып алһағыҙ ҙа була.
1 стакан дөгө ярмаһын 3 литр һыуға һалып әҙер булғансы бешереп, бер аҙ һыуытырға. Уға аяҡтарҙы тығып 20-30 минут ултырһаң, тире йомшара, ярылған үксә лә тиҙ уңаласаҡ.
Читайте нас: