Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көн – 13 – 16 июлдә ныҡ эҫе буласағын, температура 40 градусҡа етәсәген белдерә. Киләһе йәкшәмбе, 19 июлдә эҫелек 30 градусҡа төшәсәк. Бындай көндәрҙә һаҡ булыу, бик мохтажлыҡ булмаһа, тышта йөрөмәҫкә кәңәш ителә.
Эҫе, томра көндәрҙә бер туҡтауһыҙ һыу эске килә, хәл бөтә, тирләтә. Өлкән йәштәгеләргә, ауырлы ҡатындарға, балаларға, йөрәк-ҡан тамырҙары сире менән ауырыусыларға, көн дауамында асыҡ һауала эшләүселәргә айырыуса ҡыйынға тура килә.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә, бөркөү офис кабинеттарында эшләүселәргә лә еңел түгел. Ғөмүмән, аяуһыҙ эҫенән барыһы ла ыҙалай. Бындай көндәрҙә ҡәһүә эсеүҙән тыйылып торорға, иҫерткес эсемлектәр, һыра ҡулланмаҫҡа кәрәк. Күберәк ҡайнатылған һыу, тәбиғи һуттарға, ризыҡтарҙан – йәшелсә һәм емеш-еләккә өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә. Шәрбәтле, газлы һыуҙар, майлы ризыҡтарҙың да рационда булмауы яҡшы.
Эҫе ҡапмаһын өсөн, урамда баш кейемһеҙ йөрөргә ярамай. Көндөң иң эҫе ваҡытында, йәғни төшкө һәм төштән һуңғы осорҙа ҡояш аҫтында булмаҫҡа кәңәш ителә. Эҫе һуҡҡан кешегә ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтеү зарур, юғиһә хәлдең насар тамамланыуы ихтимал. Зыян күреүсенең тын алышына иғтибар итергә кәрәк. Әгәр теле тамаҡ төбөнә китһә, ауыҙында ҡоҫҡолоҡ булһа, бинт, ҡулъяулыҡ ярҙамында ауыҙ эсен таҙартыу зарур.
Кеше тын алыуҙан туҡтаһа, яһалма тын алдырыу кәрәк. Ауырыуҙы күләгә төшкән һалҡын урынға аяҡтарын бер аҙ юғары күтәреп һалырға, муйын тирәһен ҡаплап торған кейемен ысҡындырырға, һалҡын компресс урынлаштырырға, тәнен еүеш сепрәк менән урарға, йәиһә ипләп кенә һалҡын һыу менән ҡойондорорға кәрәк. Артабан мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк, ул килгәнсе ауырыуға һыу эсерергә мөмкин. Ярты литр һыуға ярты балғалаҡ тоҙ һалынған һыу, ҡаты сәй ҙә файҙалы.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр халыҡта. Ябай ҡағиҙәләрҙе тотҡанда, тәҡәтһеҙ эҫе көндәрҙе еңелерәк үткәрергә була. Беренсенән, әгәр мөмкин булһа, көндөҙгө сәғәт ун бер менән дүрт араһында ҡояш аҫтында артыҡ йөрөмәҫкә, икенсенән, урамға сыҡҡанда асыҡ төҫтәге еңел кейемгә өҫтөнлөк бирергә, тейешле күләмдә һыу эсергә кәрәк. Әйткәндәй, ҡояшта йөрөмәгән саҡта бер туҡтауһыҙ һыу эсеү ҙә зыян килтерә. Артыҡ һыу ҡан баҫымын күтәрә, шуға күрә табиптар йөрәк сирлеләргә һыуһаған һайын һыу эсеүҙән тыйылып, ауыҙ кипкәндә ауыҙ сылатырға ғына ҡуша.
Сәләмәтлегебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа икәнлеген онотмайыҡ!