Һәр мосолман иртәнсәк уянғас, түшәгенән: "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим" тип торорға тейеш. Унан һуң ошо доға уҡыла:"Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә вә иләйһил-бәғҫү вәннушур"
(Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр.)
Был доғаны белмәгәндәргә: «Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерле һәм имен тормоштарын бирһен»- тип тә доға ҡылырға мөмкин.