Шоңҡар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 11:45

“Таҙа Өфө” премияға дәғүә итә

“Таҙа Өфө” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Йылдың йәшел роекты” ил премияһына дәғүә итә.Өфө йәмәғәтселәренең беренсе проекты “Ҡояшлы аллея” тип атала. Ул урмандарҙы һаҡлауға, республиканы йәшелләндереүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, даун һәм аутизм синдромдары булған балаларҙы социалләштереү – уларҙы иҙге, ижтимағи эшкә йәлеп итеү – менән дә шөғөлләнәләр. 2015 йылда ошондай балалар Өфөләге “Нур” дәүләт татар театры эргәһендә зәңгәр шыршыларҙан, кедҙарҙан һәм ҡарағайҙарҙан аллея төҙөүгә нигеҙ һалғайны. Әйткәндәй, был проектты тормошҡа ашырыу осоронда барлығы 500-ҙән ашыу Себер кедры, ҡарағай һәм ҡарағас ултыртылған.Макулатураны йыйыу буйынса “Сүп-сарҙы балалар бәхетенә әйләндерәбеҙ” тигән икенсе акция республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо эш һөҙөмтәһендә килгән аҡса балалар церебраль фалижы менән сирләгән бәләкәстәрҙе дауалауға йүнәлтелә.Әйткәндәй, ойошма “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килде. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты

“Таҙа Өфө” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Йылдың йәшел роекты” ил премияһына дәғүә итә.
Өфө йәмәғәтселәренең беренсе проекты “Ҡояшлы аллея” тип атала. Ул урмандарҙы һаҡлауға, республиканы йәшелләндереүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, даун һәм аутизм синдромдары булған балаларҙы социалләштереү – уларҙы иҙге, ижтимағи эшкә йәлеп итеү – менән дә шөғөлләнәләр. 2015 йылда ошондай балалар Өфөләге “Нур” дәүләт татар театры эргәһендә зәңгәр шыршыларҙан, кедҙарҙан һәм ҡарағайҙарҙан аллея төҙөүгә нигеҙ һалғайны. Әйткәндәй, был проектты тормошҡа ашырыу осоронда барлығы 500-ҙән ашыу Себер кедры, ҡарағай һәм ҡарағас ултыртылған.
Макулатураны йыйыу буйынса “Сүп-сарҙы балалар бәхетенә әйләндерәбеҙ” тигән икенсе акция республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ошо эш һөҙөмтәһендә килгән аҡса балалар церебраль фалижы менән сирләгән бәләкәстәрҙе дауалауға йүнәлтелә.
Әйткәндәй, ойошма “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килде.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
Читайте нас: