Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 17:25

Туҡыусы булып эшләгәндә портреты почет таҡтаһынан төшмәй

Яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова тормошонан ун ваҡиға#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

  1. 1946 йыл 1 сентябрь көнө Башҡортостандың Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуа. Тыуған ауылының урта мәктәбендә 11 синыф тамамлай.
  2. 1965 йыл Өфөнөң кизе-мамыҡ фабрикаһына уҡырға керә, туҡыусы һөнәрен алып, шул һөнәре буйынса уңышлы эшләй башлай, портреты почет таҡтаһынан төшмәй.
  3. 1965-1966 йылдарҙа Нажиә Игеҙйәнова һәүәҫкәр бейеү түңәрәгендә солистка була һәм шул уҡ ваҡытта үҙэшмәкәр театр спектаклдәрендә әүҙем ҡатнаша.
  4. 1967 йыл ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә.
  5. 1974 йыл «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре булып эшләй башлай. Шул йылдарҙа республика матбуғат баҫмаларында әҫәрҙәре баҫыла башлай.
  6. 1982 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» журналында ауыл хужалығы һәм хаттар бүлеге мөхәррире булып тәғәйенләнә. 1983 йылдан БАССР, (1993 йылдан БР) Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1983 – 1986 йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылары берлеге идаралығында эшләй. 1986—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының хаттар бүлеге мөдире була.
  7. 1988 йыл БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлап, диплом ала.
  8. Нажиә Игеҙйәнованың китаптары 1981 йылдан алып сыға башлай. Бөгөнгө көндә ул 12 китап авторы. Әҙибә сатира һәм юмор жанрнда күп эшләй, етди хикәйәләр һәм повестра, балалр өсөн хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар ижад итә.
  9. 1998 йылда әҙибәгә «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелде.
  10. Тормошобоҙҙа барған буталыштар, хатта фәжиғәле ваҡиғаларҙы ҡыҫҡаса ғына, әммә сәпкә тура тейҙереп бәйән итә автор әҫәрҙәрендә. Мәҙәк-мәрәкә, көләмәс оҫтаһының тамыр йәйергә әҙер торған кәмселектәрҙән шаярып көлә белеүе бик тә һиммәтле.
  11. Читайте нас: