Башҡортсотанда 2017 йылдан алып тәүге тапҡыр ай һайын икенсе һәм өсөнсө балаларҙың донъяға килеүе артыуы күҙәтелә. Был хаҡта БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте. Ул БР Хөкүмәтендәге сирттағы йыйылышта “Демография” милли проекты һөҙөмтәләре хаҡында һүҙ йөрөттө.