Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 19:40

Һөлөктө белеп һалырға кәрәк

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә алына. Һөлөктө дауалау маҡсатында ғына түгел, ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн дә ҡулланалар. Ҡан баҫымын түбәнәйтеүҙә һәйбәт сара ул. Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында уны ғәҙәттә ике тапҡыр — яҙғы һәм көҙгө йылы көндәрҙә һалалар. Медицинала йөрәк ишемияһынан, инфаркттан, ҡан тулышыуҙан, ҡан ойоуҙан һәм башҡа шундай сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн ҡулланыла. Медицина һөлөгө күлдә йәшәй. Уны үҙең тотоп файҙаланыуҙы маҡтап булмай, сөнки сирле һөлөк эләгеүе ихтимал. Икенсенән, дауа һөлөгөнә оҡшаған, әммә ҡулланырға ярамаған һөлөк тә була. Шуның өсөн хәҙер уны махсус лабораторияларҙа үрсетеп, дарыуханаларҙа һаталар. Һөлөктөң шифаһы нимәлә? Уның ауыҙ һыуында “грудин” тигән матдә бар. Шул ҡанға ҡуйырырға ирек бирмәй, ә ҡуйырғанын шыйығайта. Ҡаны күп кешеләр өсөн һөлөктөң тағы бер шифаһы бар: аҙ булһа ла уның миҡдары кәмей.

Һөлөк һалыу халыҡ медицинаһында борон-борондан килә. Уның хаҡында “Урал батыр” эпосында ла телгә алына. Һөлөктө дауалау маҡсатында ғына түгел, ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн дә ҡулланалар. Ҡан баҫымын түбәнәйтеүҙә һәйбәт сара ул.
Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында уны ғәҙәттә ике тапҡыр — яҙғы һәм көҙгө йылы көндәрҙә һалалар. Медицинала йөрәк ишемияһынан, инфаркттан, ҡан тулышыуҙан, ҡан ойоуҙан һәм башҡа шундай сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн ҡулланыла.
Медицина һөлөгө күлдә йәшәй. Уны үҙең тотоп файҙаланыуҙы маҡтап булмай, сөнки сирле һөлөк эләгеүе ихтимал. Икенсенән, дауа һөлөгөнә оҡшаған, әммә ҡулланырға ярамаған һөлөк тә була. Шуның өсөн хәҙер уны махсус лабораторияларҙа үрсетеп, дарыуханаларҙа һаталар.
Һөлөктөң шифаһы нимәлә? Уның ауыҙ һыуында “грудин” тигән матдә бар. Шул ҡанға ҡуйырырға ирек бирмәй, ә ҡуйырғанын шыйығайта. Ҡаны күп кешеләр өсөн һөлөктөң тағы бер шифаһы бар: аҙ булһа ла уның миҡдары кәмей.
Читайте нас: