Мәскәүҙә йәшәүсе 25 йәшлек кәләштең туйында ғүмере өҙөлә.
Йәштәр никахтарын рәсми рәүештә теркәгәндән һуң, мәжлес үтәсәк урынға баралар. Әммә ҡунаҡтар менән туйҙың икенсе өлөшөн башлап та өлгөрмәйҙәр. Кәләштең тыны ҡыҫыла башлай. Тиҙ арала табиптарҙың килеп етеүе лә ҡотҡара алмай.
Баҡһаң, ҡыҙҙың сәртләүеккә аллергия булған була. Улар меню төҙөгәндә был хаҡта банкетты ойоштороусыларға иҫкәртәләр. Күрәһең, улары иһә быға артыҡ иғтибар биреп тормағандарҙыр.