Башҡортостанда беренсе ярты йыллыҡта 1161 ЭКО яһалған. Һөҙөмтәлә 330 сабый тыуған. Әлегә планлаштырылған процедураларҙың 21 проценты эшләнәгән. Был аҙыраҡ, сәбәбе: короновирусҡа бәйле хәл килеп тыуғас, күбеһе туҡталып ҡалған. Бөгөн 1702 ҡатын-ҡыҙ сиратта тора. Был сара Рәсәй президенты Владимир Путин тарафынан билдәләнгән “Демография” милли проекты программаларына ярашлы башҡарыла.