Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 10:10

Әсәндә клуб яңыртыла

Дүртөйлө районының Әсән ауылында урындағы клубты реновациялау проекты тамаманыуға яҡынлаша. Барлыҡ яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.Бинаға тулыһынса капиталь ремонт яһалғандан һуң, клубтың матди-техник базаһы ла яңыртыласаҡ һәм ул заман талаптарына яуап биргән мәҙәниәт усағына әүереләсәк. Ғөмүмән, реновациялау бинаны тулыһынса үҙгәртеүҙе генә күҙалламай, ә киләсәктә ул ғаилә менән бергәләп ял итә торған урынға әйләнәсәк. Бында бейеү залы, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, тренажерҙар залы, балалар өсөн уйын бүлмәһе булдырыу планлаштырыла. Барлыҡ эштәр өсөн республика һәм урындағы ҡаҙналарҙан 24 238,2 мең һум аҡса тотоноу ҡаралған.Шулай уҡ, мәҙәниәт йорто базаһында яңы быуын китапханаһы ойошторола. Унда китап уҡырға яратыусылар заман мөмкинлектәре ярҙамында нәфис һәм фәнни йөкмәткеле яҙмалар, һанлы форматҡа күсерелгән матбуғат баҫмалары менән таныша аласаҡ. Китапхана киң һыҙатлы интернет менән тәьмин ителәсәк һәм “Милли электрон китаханаға” тоташтырласаҡ. Унан тыш, бында дискуссия клубтары, түңәрәктәр, консультация пункттары булдырыу ҙа күҙалана.Моделле китапхана булдырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 7500,0 мең һум аҡса бүленгән.Әлеге ваҡытта подрядчиктар ҡыйыҡ ябыу эштәрен тамамлаған, фасадты йылыталар, керомагранит менән тышлайҙар. Эске эштәр ҙә бара: балалар өсөн уйын бүлмәһе, тамашасылар залы һәм китапхана әҙер тиерлек, иҙән түшәргә һәм яҡтыртҡыстар элергә генә ҡалған. Мәҙәниәт усағы сентябрь аҙағында асыу күҙаллана. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты

Дүртөйлө районының Әсән ауылында урындағы клубты реновациялау проекты тамаманыуға яҡынлаша. Барлыҡ яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Бинаға тулыһынса капиталь ремонт яһалғандан һуң, клубтың матди-техник базаһы ла яңыртыласаҡ һәм ул заман талаптарына яуап биргән мәҙәниәт усағына әүереләсәк.
Ғөмүмән, реновациялау бинаны тулыһынса үҙгәртеүҙе генә күҙалламай, ә киләсәктә ул ғаилә менән бергәләп ял итә торған урынға әйләнәсәк. Бында бейеү залы, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, тренажерҙар залы, балалар өсөн уйын бүлмәһе булдырыу планлаштырыла. Барлыҡ эштәр өсөн республика һәм урындағы ҡаҙналарҙан 24 238,2 мең һум аҡса тотоноу ҡаралған.
Шулай уҡ, мәҙәниәт йорто базаһында яңы быуын китапханаһы ойошторола. Унда китап уҡырға яратыусылар заман мөмкинлектәре ярҙамында нәфис һәм фәнни йөкмәткеле яҙмалар, һанлы форматҡа күсерелгән матбуғат баҫмалары менән таныша аласаҡ. Китапхана киң һыҙатлы интернет менән тәьмин ителәсәк һәм “Милли электрон китаханаға” тоташтырласаҡ. Унан тыш, бында дискуссия клубтары, түңәрәктәр, консультация пункттары булдырыу ҙа күҙалана.
Моделле китапхана булдырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 7500,0 мең һум аҡса бүленгән.
Әлеге ваҡытта подрядчиктар ҡыйыҡ ябыу эштәрен тамамлаған, фасадты йылыталар, керомагранит менән тышлайҙар. Эске эштәр ҙә бара: балалар өсөн уйын бүлмәһе, тамашасылар залы һәм китапхана әҙер тиерлек, иҙән түшәргә һәм яҡтыртҡыстар элергә генә ҡалған. Мәҙәниәт усағы сентябрь аҙағында асыу күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
Читайте нас: