Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 21:40

Диссертацияңды яҙып бөтмәйенсә кейәүгә сығыу юҡ!

БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәте һәм журналистикаһы факультеты деканы, Рәсәйҙең Юғары белем биреү министрлығының юғары аттестацияһы комиссияһында эксперт вәкиле, башҡорт тел ғилемен өйрәнеү буйынса иң йәш фән докторы, туғыҙ монография авторы, ике һүҙлектең авторҙашы, 400 тирәһе фәнни-методик кимәлендә билдәле булған баҫмаларҙа фәнни эштәре баҫылып торған ғалимә Гөлфирә Риф ҡыҙы АБДУЛЛИНА тормошонан ун ваҡиға #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

  1. Буласаҡ ғалимәне бәләкәйҙән отҡорлоғо, телсәнлеге арҡаһында Әминә әбейҙең (өләсәһенең) бәләкәй "әбейе" тип йөрөтөләр.
  2. Урыҫ шашкаһына уйнарға Маҡар мәктәбенең директоры Фәтҡуллин Харис Иҙрис улы үҙе саҡыра. Күптә үтмәй, уҡыусыһы Куйбышев ҡалаһында Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған ярышта өсөнсө урын алып, спорт мастерына кандидат була.
  3. Мәктәптә уҡығанда биш йыл буйы пионер дружинаһы рәйесе, ике йыл комсомол секретары вазифаларын башҡара.
  4. Кисәге сығарылыш уҡыусыһы, ата-әсәһенә артыҡ ауырлыҡ һалмаҫ өсөн, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға ҡарар итә һәм СДПИ-ға юллана. Сөнки унда дүрт йыл ғына уҡыталар!!! Башҡорт теленән имтихан ҡабул иткә уҡытыусылар, билет һорауын алыу менән шытырлатып яуап биргән ҡыҙҙың белеменә хайран ҡалып, сат йәбешәләр. “Һин бит башҡорт филологияһында ғына уҡый торған кеше”, – тип үҙҙәренә саҡыралар. “Унда биш йыл уҡырға кәрәк, ә мин бер генә йылға әҙерәк булһа ла ата-әсәйемә ауырлыҡ һалмаҫҡа уйлайым”, – тип баш тарта.
  5. Хеҙмәт юлын алған һөнәре буйынса Стәрлетамаҡтың 21-се мәктәбендә башлай. Бирәм тигән ҡулына, сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, бында уға оҙаҡламай башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен дә йөкмәтәләр. Яратҡан фәне лә өҫтәлгәс, шатлығынан осоп йөрөй ул. Тиҙ арала үҙен яҡшы уҡытыусы итеп тә күрһәтеп өлгөрә. Шул уҡ йылда башҡорт теленән “Йыл уҡытыусыһы” ҡала бәйгеһендә икенсе урын яулай.
  6. Ике сменала уҡытҡан йәш уҡытыусы фәнни эш менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Башҡорт тел ғилемендә өйрәнелмәгән темаларҙың береһе – фономорфология буйынса тотонорға йөрьәт итә ул. Ғилми етәксеһе Кәрим Ғайса улы йәш аспирантына: “Диссертацияңды яҙып бөтмәйенсә кейәүгә сығыу юҡ!” – тигән шарт ҡуя.
  7. Әммә буласаҡ йәрен Гөлфирә Риф ҡыҙы тап аспирантурала уҡыу йылдарында осрата. Йәштәр ғалим янына ғаилә ҡороуға теләктәре барлығы хаҡында әйтергә икәүләшеп баралар. Оҙаҡ йылдар студенттар менән эшләү дәүерендә кешенең кемлеген үтәнән-үтә күрергә өйрәнгән Кәрим Ғайса улы аспирантының тормош иптәше итеп насар кешене һайламағанын, киләсәктә бәхетле кәләш буласағын күҙаллап кейәү егетенә: “Гөлфирәне һаҡла, ҡәҙерен бел!” – тип фатихаһын бирә.
  8. Ысынлап та, яҡшы, ипле егет булып сыға Илфат Саҙретдин улы. Өлгөлө ғаилә башлығы булыу менән бергә, кәләше хаҡында хәстәрлек күреүҙе лә онотмай. Ғалим менән теге һөйләшеүгә егерме йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә: “Кейемең өшөрлөк түгелме, башлығыңды ла кейеп йөрө, һине миңә һаҡларға ҡуштылар”, – тип йыш шаярта.
  9. Диссертация яҙған осорҙа икәүләшеп Мәскәүгә барып китапханаларҙа бергә әҙерләнәләр. Әле лә төп таянысы. Ғилми етәксе булараҡ хәҙер үҙе лә биш филология фәндәре кандидаты, бер фән докторы әҙерләгән Гөлфирә Риф ҡыҙына тормош иптәше уларҙың эштәрен тикшергәндә лә ярҙам итә икән. “Һөнәре буйынса техник инженер булһа ла хәреф хаталарын да тиҙ генә таба, ҡытыршыраҡ урындары да “һә” тигәнсе билдәләп ҡуя. Ғөмүмән, бөтә эште лә бергәләшеп, кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Хатта магазинға ла икәүләшеп йөрөйбөҙ. Уны ныҡлы терәгем тип ауыҙ тултырып әйтә алыуым менән бәхетлемен”, – ти ул.
  10. Йыл ярым эшендә фәнни эшен тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Улдары Батыр тыуғас иһә докторлыҡ эшен яҙыу мәшәҡәтенә сума йәш әсә. Бәләкәс бала китап менән бергә үҫә. Әле лә, һеңлеһе Айзада менән күп уҡырға яраталар, белемгә ынтылыштары ҙур тип, һөйөнә әсәләре.
  11. Читайте нас: