Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында әсәйҙе инәй тип әйтәләр. Ғафуриҙа ла шулай. Өс ул тәрбиәләп үҫтергән бер әбейҙең кесеһе Хәйбулла районынан кәләш алып ҡайта. Тегенеһе: “Инәй ҙә инәй!” – тип өҙөлөп кенә тора ҡәйнәһенә. “Оло улдарымдың кәләштәре бер тапҡыр ҙа инәй тип әйтмәнеләр”, - тип шатлығынан башҡаларының төштәренә лә кермәгән бүләктәрҙең береһе – әсәһенән ҡалған, үҙе генә ҡәҙерләп таҡҡан алҡын алҡаларын ҡолағынан сисеп алып бүләк итә.
Һуңынан килененең тыуған яғында ата-әсәһенән оло ҡатын-ҡыҙға инәй тип әйтеүҙәре, диалекттың бер төрө икәнлеге тураһында белә лә ул, тик бер бирелгән әйберҙе кире һорап ала алмай бит инде.