Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2020, 23:40

Керамик бысаҡ һаҡлыҡ ярата

Һуңғы йылдарҙа һатыуға керамик бысаҡтар сыҡты. Һатыусылар бик маҡтай: үткер, уңайлы. Әммә күп хужабикәләр был бысаҡты алыуына тәүге айҙарҙа ғына һөйөнөп йөрөй. Унан һуң үтмәҫләнә, боҙола. Бының сәбәбе нимәлә һуң?Керамик бысаҡтар Японияла барлыҡҡа килә. Унда ул беренсе тапҡыр 1984 йылда уҡ сыға. Бөгөн дә япон керамик бысаҡтары бик яҡшы һатыла, иң сифатлыһы һанала. Бындай бысаҡты 1600 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә яндырып яһайҙар. Яҡшы бысаҡ ныҡлығы менән алмаздан бик аҙға ғына ҡалыша.Керамик бысаҡ аҡ йәки ҡара керамиканан яһала. Ҡараһы нығыраҡ. Билдәле, ҡыйбатыраҡ та. Ысынлап та, керамик бысаҡтар бик еңел, уңайлы, үткер. Киҫкән дә аҙыҡтың тәмен, структураһын боҙмай. Был тиҙ ыуала торған йомшаҡ ризыҡтарҙы киҫкәндә айырыуса мөһим.Керамик бысаҡтың төп кәмселеге – цирконий оксидынан яһалыуында. Ҡатыраҡ, ышаныслыраҡ булған һайын бысаҡты бәрелеүҙән нығыраҡ һаҡларға кәрәк. Бындай бысаҡты иҙәнгә төшөрөп ебәрергә ярамай. Икенсе кәмселеге лә цирконий оксиды менән бәйле. Уны ғәҙәти бысаҡ кеүек ҡайрап булмай. Башта керамик бысаҡты бөтөнләй ҡайрарға ярамай, тиҙәр ине. Хәҙер һатыуҙа алмаз туҙанынан яһалған ҡайраҡтар бар, шуға ла бысаҡты өйҙә үткерләргә мөмкин.Керамик бысаҡ ҙур әйберҙәрҙе киҫеү өсөн уңайһыҙ. Уның менән ҡаты әйберҙәрҙе, һөйәкле, туңдырғыстан алынған итте киҫәргә ярамай. Юҡһа ул эшлектән сығасаҡ. Уны икмәк, йәшелсә, еләк-емеш, туңдырылмаған ит, балыҡ, сыр, колбаса, өсөн тота алаһығыҙ. Ҡулланыу ҡағиҙәләрен һаҡлаған да, ҡайраҡһыҙ ҙа бер нисә йыл хеҙмәт итә.

Һуңғы йылдарҙа һатыуға керамик бысаҡтар сыҡты. Һатыусылар бик маҡтай: үткер, уңайлы. Әммә күп хужабикәләр был бысаҡты алыуына тәүге айҙарҙа ғына һөйөнөп йөрөй. Унан һуң үтмәҫләнә, боҙола. Бының сәбәбе нимәлә һуң?
Керамик бысаҡтар Японияла барлыҡҡа килә. Унда ул беренсе тапҡыр 1984 йылда уҡ сыға. Бөгөн дә япон керамик бысаҡтары бик яҡшы һатыла, иң сифатлыһы һанала. Бындай бысаҡты 1600 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә яндырып яһайҙар. Яҡшы бысаҡ ныҡлығы менән алмаздан бик аҙға ғына ҡалыша.
Керамик бысаҡ аҡ йәки ҡара керамиканан яһала. Ҡараһы нығыраҡ. Билдәле, ҡыйбатыраҡ та. Ысынлап та, керамик бысаҡтар бик еңел, уңайлы, үткер. Киҫкән дә аҙыҡтың тәмен, структураһын боҙмай. Был тиҙ ыуала торған йомшаҡ ризыҡтарҙы киҫкәндә айырыуса мөһим.
Керамик бысаҡтың төп кәмселеге – цирконий оксидынан яһалыуында. Ҡатыраҡ, ышаныслыраҡ булған һайын бысаҡты бәрелеүҙән нығыраҡ һаҡларға кәрәк. Бындай бысаҡты иҙәнгә төшөрөп ебәрергә ярамай. Икенсе кәмселеге лә цирконий оксиды менән бәйле. Уны ғәҙәти бысаҡ кеүек ҡайрап булмай. Башта керамик бысаҡты бөтөнләй ҡайрарға ярамай, тиҙәр ине. Хәҙер һатыуҙа алмаз туҙанынан яһалған ҡайраҡтар бар, шуға ла бысаҡты өйҙә үткерләргә мөмкин.
Керамик бысаҡ ҙур әйберҙәрҙе киҫеү өсөн уңайһыҙ. Уның менән ҡаты әйберҙәрҙе, һөйәкле, туңдырғыстан алынған итте киҫәргә ярамай. Юҡһа ул эшлектән сығасаҡ. Уны икмәк, йәшелсә, еләк-емеш, туңдырылмаған ит, балыҡ, сыр, колбаса, өсөн тота алаһығыҙ. Ҡулланыу ҡағиҙәләрен һаҡлаған да, ҡайраҡһыҙ ҙа бер нисә йыл хеҙмәт итә.
Читайте нас: