Буласаҡ спортсы Мәскәүҙә тыуа. Яңғыҙ боҙҙа шыуыу буйынса шөғөлләнә, Украинала парлы сығыш яһай. Әммә ситтә оҙаҡ тормай, 2014 йылда кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Тик ике йылдан һуң Австралияға саҡырыу ала. Тап шунда ныҡлап шөғөлләнеүҙәре арҡаһында юғары күрһәткестәргә өлгәшә лә инде. Үткән йылы көслө имгәнеүҙәрҙән һуң, Мәскәүгә ҡайта. Депрессияға бирелеп, шунда беренсе тапҡыр был донъянан китергә маташып ҡарай. Телейондоҙ булараҡ та сығыш яһай, әммә бында ла уңыш арты менән борола. Психологтар ҙа ярҙам итә алмай ҡала. Рухы һынған йәш спортсы алтынсы ҡаттан һикерә.