Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июль 2020, 12:30

Һыуһынды нисек ҡандырырға?

Көндәрҙең эҫе тороуына шатланыусыларҙың байтағы, моғайын, һыу, һут, туңдырма һәм һыуһынды ҡандырыусы башҡа төр эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙер. Сарсағанда эҙләнеп-һайланып тороу юҡ — тәҡдим ителгәндәрҙең барыһын да алабыҙ. Ҡайһыһы һыуһынды яҡшы ҡандыра һуң? ЙӘШЕЛ СӘЙ. Эҫелә тамаҡ кибеүҙән һаҡлаусы бынамын тигән эсемлек. Етмәһә, бәүел ҡыуҙырмай, ә ҡара сәйҙең ундай үҙенсәлеге бар. Шуныһы: ул ҡаты яһалмаҫҡа тейеш. КЕҮӘҪ. Һыуһынды яҡшы ҡандыра. Иң һәйбәте — икмәк һәм сәй кеүәҫе. Уның яңы яһалғаны, артыҡ шәрбәтле булмағанын алырға тырышығыҙ. МИНЕРАЛЬ ҺЫУ. Эҫелә организмға кәрәкле натрийҙы күп юғалтабыҙ. Ә бына бер шешә минераль һыу уны тултырырға һәм сарсауҙы баҫырға ярҙам итә. КЕФИР йәки АЙРАН эсеү ҙә кәрәк. КОМПОТ. Иң мөһиме — ул артыҡ татлы булмаһын. Кипкән еләк-емештән әҙерләнгәне иң һәйбәте. Шулай уҡ мүк еләгенән яһалған морс менән гөлйемеш һыуы ла тамаҡ кибеүен баҫа. Әгәр һыуға лимон киҫәге өҫтәһәң (йәки башҡа цитрус емеш), һыуға ҡарағанда, сарсау тиҙерәк баҫыла. ГАЗЛЫ ҺЫУ. Шәкәре күп булыу арҡаһында газлы һыу һыуһынды насар ҡандыра. ҺӨТ. Аҡһым, май һәм углеводлы аҙыҡ ингәс, организм уны эшкәртеү өсөн көс сарыф итергә мәжбүр. ҠӘҺҮӘ. Хатта һалҡыны ла һыуһынды ҡандырмай. Ә бына хәл-торошто яҡшырта, сөнки эҫелә ҡан баҫымы түбәнәйә, ә ҡәһүә уны күтәрә. Калориялы аҙыҡтарҙан тыйылып тороу яҡшы. Составында һыу күп булған йәшелсә, мәҫәлән, ҡыяр, помидор, еләктәр, окрошка ашау һәм һуттар эсеү файҙалы. әҙләп кенә эсегеҙ Саманан тыш күп һыу эсеү организмға зыян ғына, сөнки ул йөрәк һәм бөйөр эшмәкәрлегенә йөктө арттыра. Кеше эсеп туя алмағанда, йотомлап ҡына эсергә тәҡдим итәләр. Ул сағында һыуһын тиҙерәк ҡана. Һыу эсеүҙе кәметәм тиһәң, тоҙҙо аҙыраҡ ҡулланырға кәрәк.

Көндәрҙең эҫе тороуына шатланыусыларҙың байтағы, моғайын, һыу, һут, туңдырма һәм һыуһынды ҡандырыусы башҡа төр эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙер. Сарсағанда эҙләнеп-һайланып тороу юҡ — тәҡдим ителгәндәрҙең барыһын да алабыҙ. Ҡайһыһы һыуһынды яҡшы ҡандыра һуң?

ЙӘШЕЛ СӘЙ. Эҫелә тамаҡ кибеүҙән һаҡлаусы бынамын тигән эсемлек. Етмәһә, бәүел ҡыуҙырмай, ә ҡара сәйҙең ундай үҙенсәлеге бар. Шуныһы: ул ҡаты яһалмаҫҡа тейеш.
КЕҮӘҪ. Һыуһынды яҡшы ҡандыра. Иң һәйбәте — икмәк һәм сәй кеүәҫе. Уның яңы яһалғаны, артыҡ шәрбәтле булмағанын алырға тырышығыҙ.
МИНЕРАЛЬ ҺЫУ. Эҫелә организмға кәрәкле натрийҙы күп юғалтабыҙ. Ә бына бер шешә минераль һыу уны тултырырға һәм сарсауҙы баҫырға ярҙам итә.
КЕФИР йәки АЙРАН эсеү ҙә кәрәк.
КОМПОТ.
Иң мөһиме — ул артыҡ татлы булмаһын. Кипкән еләк-емештән әҙерләнгәне иң һәйбәте. Шулай уҡ мүк еләгенән яһалған морс менән гөлйемеш һыуы ла тамаҡ кибеүен баҫа.
Әгәр һыуға лимон киҫәге өҫтәһәң (йәки башҡа цитрус емеш), һыуға ҡарағанда, сарсау тиҙерәк баҫыла.

ГАЗЛЫ ҺЫУ. Шәкәре күп булыу арҡаһында газлы һыу һыуһынды насар ҡандыра.
ҺӨТ. Аҡһым, май һәм углеводлы аҙыҡ ингәс, организм уны эшкәртеү өсөн көс сарыф итергә мәжбүр.
ҠӘҺҮӘ. Хатта һалҡыны ла һыуһынды ҡандырмай. Ә бына хәл-торошто яҡшырта, сөнки эҫелә ҡан баҫымы түбәнәйә, ә ҡәһүә уны күтәрә.
Калориялы аҙыҡтарҙан тыйылып тороу яҡшы. Составында һыу күп булған йәшелсә, мәҫәлән, ҡыяр, помидор, еләктәр, окрошка ашау һәм һуттар эсеү файҙалы.

әҙләп кенә эсегеҙ

Саманан тыш күп һыу эсеү организмға зыян ғына, сөнки ул йөрәк һәм бөйөр эшмәкәрлегенә йөктө арттыра. Кеше эсеп туя алмағанда, йотомлап ҡына эсергә тәҡдим итәләр. Ул сағында һыуһын тиҙерәк ҡана. Һыу эсеүҙе кәметәм тиһәң, тоҙҙо аҙыраҡ ҡулланырға кәрәк.

Читайте нас: