Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 03:40

Бөрйәндә хәлдәр нисек?

Ниһайәт, Бөрйән яҡтарынан яҡшы яңылыҡтар килә башланы. Тәбиғәт янғынының артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн күрелгән саралар һөҙөмтәһен биргән.Уттың таралыу юлындағы яныусы матдәләрҙе яндырыу өсөн ҡаршы яҡтан контролдә тотолған ут тоҡандарғандар тип хәбәр иткәйнек. Әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо ысул арҡаһында Башҡорт дәүләт ҡурсаулығындағы янғын кисектерелгән. Артабан уттың таралыуы күҙәтелмәй. Әүҙем яныу майҙаны әлеге ваҡытҡа 0,51 гектар тәшкил итә. Утты һүндереү өсөн көстәр һәм саралар етерлек.Һарғая ауылы янындағы тағы бер янғын оҙаҡламай һүндереләсәк. Ауылға ут таралыу ҡурҡынысы юҡ. Бөрйән районында ҡуйылған постар ауылдарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтә. Бынан тыш бөгөн дәүләт ҡурсаулығына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та килгән. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Ниһайәт, Бөрйән яҡтарынан яҡшы яңылыҡтар килә башланы. Тәбиғәт янғынының артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн күрелгән саралар һөҙөмтәһен биргән.
Уттың таралыу юлындағы яныусы матдәләрҙе яндырыу өсөн ҡаршы яҡтан контролдә тотолған ут тоҡандарғандар тип хәбәр иткәйнек. Әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо ысул арҡаһында Башҡорт дәүләт ҡурсаулығындағы янғын кисектерелгән. Артабан уттың таралыуы күҙәтелмәй. Әүҙем яныу майҙаны әлеге ваҡытҡа 0,51 гектар тәшкил итә. Утты һүндереү өсөн көстәр һәм саралар етерлек.
Һарғая ауылы янындағы тағы бер янғын оҙаҡламай һүндереләсәк. Ауылға ут таралыу ҡурҡынысы юҡ. Бөрйән районында ҡуйылған постар ауылдарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтә. Бынан тыш бөгөн дәүләт ҡурсаулығына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та килгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас в