Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 13:55

Яман шешкә лә ҡаршы көсө бар

Тәмләткес үлән булараҡ ҡулланылған был үҫемлектең файҙаһы бик күп. Көнөнә бер нисә япрағын ғына ашағанда ла ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйгә һаласаҡ, эс ташыуҙан ҡотҡарасаҡ.Базилик төнәтмәһен оҙаҡҡа һуҙылған йүтәл ваҡытында, баш ауыртҡанда, һейҙек юлдары зарарланғанда ла эсеү файҙалы.Нервы системаһы ҡаҡшағанда ла был үләндән яһалған сәй ярҙамға килә. Бер аш ҡалағы базиликтың япрағын һәм һабағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 5 – 10 минут самаһы талғын ғына утта тоторға. Көнөнә дүрт тапҡыр ашар алдынан эсергә.Ошо уҡ сәйҙе күңел уйнағанда, ҡоҫоп ауырығанда ла ҡулланырға була.Тағы ла иртәнге сәйгә базилик япрағын һалып бал менән ҡушып эскәндә, кискә тиклем арыу-талыуҙы белмәй, күтәренке кәйефтә йөрөргә ярҙам итер ти, белгестәр.Юлда йөрөгәндә ҡоҫоп йонсоғандарға иһә базилик япрағын сәйнәп барырға кәңәш ителә.Һинд табиптары, базиликтың яман шешкә ҡаршы көсө барлығы хаҡында ла күптән иҫбатлағандар.Көнкүрештә лә был баҡса үҫемлегенең кәрәге бар икән. Кейем шкафына бер нисә япрағын һалып ҡуйғанда, көйә яҡын да килмәйәсәк.Шулай ҙа уны артыҡ ҡулланыуҙың да кире яҡтары барлығы ла мәғлүм. Ҡаны ҡуйы булғандарға көнөнә бер-ике япраҡтан артыҡ ашамаҫҡа ҡушыла.

Тәмләткес үлән булараҡ ҡулланылған был үҫемлектең файҙаһы бик күп. Көнөнә бер нисә япрағын ғына ашағанда ла ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйгә һаласаҡ, эс ташыуҙан ҡотҡарасаҡ.
Базилик төнәтмәһен оҙаҡҡа һуҙылған йүтәл ваҡытында, баш ауыртҡанда, һейҙек юлдары зарарланғанда ла эсеү файҙалы.
Нервы системаһы ҡаҡшағанда ла был үләндән яһалған сәй ярҙамға килә. Бер аш ҡалағы базиликтың япрағын һәм һабағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 5 – 10 минут самаһы талғын ғына утта тоторға. Көнөнә дүрт тапҡыр ашар алдынан эсергә.
Ошо уҡ сәйҙе күңел уйнағанда, ҡоҫоп ауырығанда ла ҡулланырға була.
Тағы ла иртәнге сәйгә базилик япрағын һалып бал менән ҡушып эскәндә, кискә тиклем арыу-талыуҙы белмәй, күтәренке кәйефтә йөрөргә ярҙам итер ти, белгестәр.
Юлда йөрөгәндә ҡоҫоп йонсоғандарға иһә базилик япрағын сәйнәп барырға кәңәш ителә.
Һинд табиптары, базиликтың яман шешкә ҡаршы көсө барлығы хаҡында ла күптән иҫбатлағандар.
Көнкүрештә лә был баҡса үҫемлегенең кәрәге бар икән. Кейем шкафына бер нисә япрағын һалып ҡуйғанда, көйә яҡын да килмәйәсәк.
Шулай ҙа уны артыҡ ҡулланыуҙың да кире яҡтары барлығы ла мәғлүм. Ҡаны ҡуйы булғандарға көнөнә бер-ике япраҡтан артыҡ ашамаҫҡа ҡушыла.
Читайте нас: