“Әллә бар вирус, әллә юҡ вирус”. Халыҡ араһында йыш ҡына шундай һүҙҙәр ишетергә тура килә. Үкенескә күрә, үҙебеҙгә килеп ҡағылмаһа, ышанып бармайбыҙ шул. Ә Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 5 940 кешегә артып, бөтәһе 777 486 тәшкил итте. Тәүлектә 85 кеше үлгән.
Республикала һуңғы тәүлектә вирусты эләктергәндәр 41-гә артып, бөтәһе 6 348 кешегә етте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия осоронда сирҙән 21 ауырыу вафат булған. Шуға ла табиптар һаҡланыуҙы, барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәүҙе һорай.