Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 18:10

Иң тәүҙә етемдәр килде

20 июлдә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге паркта “Өс шөрөп” тигән автокинотеатр асылды, урынлашҡан. Кискеһен унда балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, уллыҡҡа алынған балалар һәм башҡа ҡунаҡтар тәүге фильм ҡарарға саҡырылғайны.Был кинотеатр асыҡ һауала ҡоролған, йәйгеһен унда - картинг, ҡышын - каток. Әле кинотеатр менән бергә картинг та үҙ режимында эшләп торасаҡ. Фильмдар ҙур экранда төнгө 10-да һәм 12-лә күрһәтеләсәк. Тауышты хатта автомобилдең радиоһына тоташтырып та тыңлап була. Автокинотеатр бер юлы 60 машинаны һыйҙырыуға иҫәпләнгән. Шулай уҡ унда тамаҡ ялғап алыу мөмкинлеге бар, төрлө эсемлектәр, снектар һатыласаҡ. Шулай уҡ биобәҙрәф тә урынлаштырылған.Кинотеатрҙы асыу айҡанлы автоуҙыш үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары сығыш яһаны. Шуныһы: автокинотеатр асыҡ һауала урынлашҡанға күрә, һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен, санитар нормаларҙы үтәү өсөн ҡулай.Был проект ҡала мөхитен төҙөкләндереү сиктәрендә Өфө хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм ул баш ҡалала йәшәүселәр өсөн сираттағы уңайлы ял урыны буласаҡ. Кинокартиналар иртәгәнән күрһәтелә башлаясаҡ. Майҙан алдында афишалар эленгән, шулай уҡ улар менән муниципалитеттың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин.

20 июлдә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге паркта “Өс шөрөп” тигән автокинотеатр асылды, урынлашҡан. Кискеһен унда балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр, уллыҡҡа алынған балалар һәм башҡа ҡунаҡтар тәүге фильм ҡарарға саҡырылғайны.
Был кинотеатр асыҡ һауала ҡоролған, йәйгеһен унда - картинг, ҡышын - каток. Әле кинотеатр менән бергә картинг та үҙ режимында эшләп торасаҡ. Фильмдар ҙур экранда төнгө 10-да һәм 12-лә күрһәтеләсәк. Тауышты хатта автомобилдең радиоһына тоташтырып та тыңлап була. Автокинотеатр бер юлы 60 машинаны һыйҙырыуға иҫәпләнгән. Шулай уҡ унда тамаҡ ялғап алыу мөмкинлеге бар, төрлө эсемлектәр, снектар һатыласаҡ. Шулай уҡ биобәҙрәф тә урынлаштырылған.
Кинотеатрҙы асыу айҡанлы автоуҙыш үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары сығыш яһаны. Шуныһы: автокинотеатр асыҡ һауала урынлашҡанға күрә, һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен, санитар нормаларҙы үтәү өсөн ҡулай.
Был проект ҡала мөхитен төҙөкләндереү сиктәрендә Өфө хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылды һәм ул баш ҡалала йәшәүселәр өсөн сираттағы уңайлы ял урыны буласаҡ. Кинокартиналар иртәгәнән күрһәтелә башлаясаҡ. Майҙан алдында афишалар эленгән, шулай уҡ улар менән муниципалитеттың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин.
Читайте нас: