Рәсәй президенты Владимтир Путин “Үлемһеҙ полк” акцияһын 2021 йылға күсереүгә ризалашты. “Акцияны быйыл үткәрергә бик теләһәк тә, сараны киләһе йылға күсерергә тура килә”, - тине Путин Керч эшселәре менән осрашыуҙа. Дәүләт башлағы акция киң, матур, лайыҡлы рәүештә үтәсәген белдерҙе.