Ғөмүмән, ҡарбуз үтә файҙалы емеш. Ул организмды ғына түгел, бөйөрҙө лә таҙарта. Аҙ ҡанлылылыҡ һәм гипертония менән яфаланыусыларға ҡарбуз ашап дауаланырға кәңәш ителә. Ә инде ҡарбуздың емештәре эстәге ҡорттарҙы ҡыуа. Был кәңәш йортонда бесәй, эт, башҡа хайуандар аҫыраусыларға бигерәк тә ҡағыла. Кипкән емештәрҙе кофе төйөгөстә ваҡлайҙар. 1 өлөш емешкә 10 өлөш һыу һалып болғаталар. Уны көнөнә ике тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсәләр. Дауаланыу курсы – бер аҙна.