Быйыл Башҡортостанда йәнә 42 цифрлы һәм гуманитар йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге эшләй башлаясаҡ. Улар “Белем биреү” милли проектына ҡараған “Замана мәктәбе” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Республикала уларҙың дөйөм иҫәбе 175-кә етәсәк.