Мәктәптең дөйөм майҙаны ун һигеҙ мең квадрат тәшкил итә. Төҙөлөштө тамамлау һәм уҡыу йортон асыу киләһе йылдың аҙағына планлаштырыла. Әле иһә мәктәптең нигеҙе һалып бөтөлгән, тиҙәр. Был мәктәп “Белем биреү” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Һәм уның хаҡы 700 миллион һум тәшкил итә.