“Янғын һүндерелде. Берҙәмлектә – көс!
Барһына ла билдәле булыуынса, Башҡортсотанда урмандар янды. Заповедник ут эсендә ҡалып, тәбиғәтебеҙ, урман кейектәре һәләкәткә дусар ителде. Еребеҙгә ҡурҡыныс янағас, егеттәр менән ярҙам итергә булдыҡ. Янғындың күләмен баһалағас, мин Инстаграмдағы дуҫтарыма өҫтәмә ярҙам һорап мөрәжәғәт итем.
Минең хәбәремә тиҙ үк иғтибар иттеләр һәм ярҙамға ашыҡтылар. Бик күптәр волонтер буларҡ ярҙамға килде. Килергә теләүселәр араһында ҡыҙҙар ҙа бар ине.
Хатта сит тарафтарҙа йәшәгән милләтәтштәбебеҙ ҙә ярҙам итергә ашыҡты, матди ярҙам күрһәтергә теләк белдереп мөрәжәғәт иттеләр. Бына бит беҙҙең халыҡ ниндәй берҙәм икән! Барыһына ла рәхмәтемде белдерәм...”