-9 °С
Болотло
«Федераль ҡануниәт төбәктәргә тәмәке тартыу тыйылған өҫтәмә урындар билдәләргә мөмкинлек бирә. Күпселек төбәктәр күптән ошо хоҡуҡ менән файҙалана. Беҙ шул миҫалға эйәреп, үҙебеҙҙең сикләүҙәрҙе билдәләнек», — тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Туҡталыш, парк, скверҙарҙан тыш, республикала ошо көндән үткәүелдәрҙә, ял итеү, туризм зоналарында, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү урындарында, асыҡ һауала мәҙәни, театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси саралар уҙғарған ваҡытта тәмәке тартыу тыйылды.