“Юғарыға ос” мәғариф проекты сиктәрендә республикала тағы 61 мәктәптә теш дауалау кабинеты эшләй башланы. Проекттың “Сәләмәт йылмайыу” модуле һөҙөмтәһендә республиканың һәр муниципаль берәмегендә балаларға стоматология ярҙамының географик уңайлылығы принциптары тормошҡа ашырылған.