Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 10:10

Башҡорт батырҙары "алышҡа" сыға

Кем генә йәнһүрәт ҡарарға яратмай икән?! Тиҙҙән Наполеон һуғышы осорондағы башҡорт яугирҙәренә арналған “Төнъяҡ амурҙары” тулы метражлы йәнһүрәт ҡараясаҡбыҙ. Уны Өфөләге “Муха” студияһы төшөрә.Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда “Союзмультфильм” киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашты, уна “Муха” студияһы директоры Артур Абдрахманов та ҡатнашты.Борис Машковцев әйтеүенсә, “Союзмультфильм” өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр – студия эшенең һөҙөмтәлеген күтәреү, төрлө жанрҙар һәм йүнәлештәр проекттар тупланмаһын формалаштырыу, Рәсәй һәм сит илдәрҙең аниматорҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү.Радий Хәбиров Өфөләге “Муха” студияһы Рәсәй мультипликация баҙарында киң танылыуын билдәләп китте, шулай уҡ уның “Союзмультфильм” технопаркының резиденты була алырына һәм Башҡортостан анимацияһының иң яҡшы өлгөләрен ил кимәлендә сағылдырыуға булышлыҡ итеренә ышаныс белдерҙе. Әле студия“Союзмультфильм” менән бергә эшләү киңерәк масштабҡа сығырға һәм ҡеүәтте үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Төбәк Башлығы белдереүенсә, “Муха” студияһына өҫтәмә майҙан биреү мәсьәләһе лә ҡарала. – Беҙ һеҙгә киңәйеү йәһәтенән ярҙам тәҡдим итергә теләйбеҙ. Әле бының менән шөғөлләнәбеҙ, бина эҙләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.Артур Абдрахманов иһә “Муха” студияһы базаһында “Союзмультфильм” менән берлектә уҡыу үҙәген булдырыуҙы тәҡдим итте. Был ижади йәштәрҙе туплау, уларҙы төп Рәсәй анимацияһы студияһы программаларына уҡытыу, ә һуңынан һәләтле йәш аниматорҙарҙы проекттар өҫтөндә эшләргә йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Кем генә йәнһүрәт ҡарарға яратмай икән?! Тиҙҙән Наполеон һуғышы осорондағы башҡорт яугирҙәренә арналған “Төнъяҡ амурҙары” тулы метражлы йәнһүрәт ҡараясаҡбыҙ. Уны Өфөләге “Муха” студияһы төшөрә.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда “Союзмультфильм” киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашты, уна “Муха” студияһы директоры Артур Абдрахманов та ҡатнашты.
Борис Машковцев әйтеүенсә, “Союзмультфильм” өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр – студия эшенең һөҙөмтәлеген күтәреү, төрлө жанрҙар һәм йүнәлештәр проекттар тупланмаһын формалаштырыу, Рәсәй һәм сит илдәрҙең аниматорҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү.
Радий Хәбиров Өфөләге “Муха” студияһы Рәсәй мультипликация баҙарында киң танылыуын билдәләп китте, шулай уҡ уның “Союзмультфильм” технопаркының резиденты була алырына һәм Башҡортостан анимацияһының иң яҡшы өлгөләрен ил кимәлендә сағылдырыуға булышлыҡ итеренә ышаныс белдерҙе. Әле студия
“Союзмультфильм” менән бергә эшләү киңерәк масштабҡа сығырға һәм ҡеүәтте үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Төбәк Башлығы белдереүенсә, “Муха” студияһына өҫтәмә майҙан биреү мәсьәләһе лә ҡарала.
– Беҙ һеҙгә киңәйеү йәһәтенән ярҙам тәҡдим итергә теләйбеҙ. Әле бының менән шөғөлләнәбеҙ, бина эҙләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Артур Абдрахманов иһә “Муха” студияһы базаһында “Союзмультфильм” менән берлектә уҡыу үҙәген булдырыуҙы тәҡдим итте. Был ижади йәштәрҙе туплау, уларҙы төп Рәсәй анимацияһы студияһы программаларына уҡытыу, ә һуңынан һәләтле йәш аниматорҙарҙы проекттар өҫтөндә эшләргә йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.


Читайте нас: