Шаҡтай ваҡытҡа һуҙылған эҫе көндәрҙән һуң өҙлөкһөҙ ямғырҙар башланды. Ҡайһы берәүҙәр, ошоноң менән ысын йәй бөттөмө икән, тип шөбһәләнә башланы. Ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ: йәй дауам итә. Синоптиктар 27 июлдән көндөң йылыныуын белдерә. Термометр бағанаһы +25 градусҡа тиклем күтәрелә. Яуым-төшөм дә фаразлана, ләкин бик күп түгел.Август башында Башҡортостандың баш ҡалаһына 30 градуслыҡ эҫе әйләнеп ҡайта һәм, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, календарь йәй тамамланғансы дауам итә.