Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 20 мартындағы “Яңы коронавирус инфекцияһының (COVID-2019) Башҡортостан Республикаһында таралыу хәүефе менән бәйле “Көсәйтелгән әҙерлек” режимын индереү тураһында”ғы УГ-111-се указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 9 авгусҡа тиклем 65 йәштән олораҡтар өсөн, ашығыс медицина ярҙамына мөрәжәғәт итеүҙән, аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыуҙан, бәйләнеш салондарына мөрәжәғәт итеүҙән, баҡса һәм дача участкаларына, зыяратҡа барыуҙан тыш, мотлаҡ үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы һаҡлана.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһына килгән сит ил дәүләттәре граждандарына һәм гражданлығы булмағандарға, сит ил дәүләттәренән сығарыу рейстары менән килгән Рәсәй граждандарына 14 көнлөк мотлаҡ үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы һаҡлана.