Ир-аттарҙың инфарктҡа йышыраҡ бирешеүе билдәле. Бала табыр йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар атеросклероздан ир-аттарға ҡарағанда йышыраҡ һаҡланған. Сөнки эстроген (ҡатын-ҡыҙҙар енси гармоны) яҡшы холестерин дәрәжәһен генә күтәрә, ҡан тамырҙарын һаҡлай. Әммә менопауза осорона ингән ҡатын-ҡыҙ организмы төп һаҡлаусыһын юғалта. Инфаркт ҡурҡынысы ир-аттар менән тигеҙләшә. Шуға һәр кемгә сәләмәтлегенә иғтибарлы кәрәк.