Испания ғалимдары коронавирустан ауырығандарға үпкәләрен һаҡларға һәләтле аҙыҡтарҙы билдәләне. Диетолог һулыш системаһын нығытыу өсөн йомортҡа ашарға кәңәш итә. Ҡамыр ризыҡтары, шәкәр ҡушылған аҙыҡтарҙы сикләргә кәрәк. Диетологтар шулай уҡ балыҡ ашарға тәҡдим итә, ул Омега-3, Омега-6 май кислоталарына бай.