Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2020, 12:39

“Мине хосписҡа алып барығыҙ”

Яҙмышыңдың нисек булырын белеп булмай. Төҙәлеп булмаҫлыҡ ауырыуға дусар булғандарҙың һуңғы көндәрен хосписта үткәрергә теләүе лә сер түгел. Үкенескә ҡаршы, республикала бында ҙур учреждение юҡ ине һәм тиҙҙән мөһим объектты 2,37 гектар майҙандағы участкала төҙөйәсәктәр. Ул баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа үҙәге артында, урынлашҡан. Хоспистың маҡсаты – оло һәм кесе йәштәге дауалап булмаған сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү. 25 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы төҙөлөшөнә әҙерлек барышын ҡараны. – Хоспистың дауахана түгеллеген аңлау мөһим. Һәм бында кеше үлергә килә, тип әйтергә ярмай. Хоспис – ул күбеһенсә йәшәйеш тураһында, – ти хоспис директоры Радмила Сурначёва. – Сирҙәре дауаланмай торған кешеләр бар. Әммә ошо уҡ ваҡытта улар оҙаҡ йәшәй. Төрлө генетик сирҙәр менән яфаланған балалар була. Уларға ғәҙәттәге дауаханаға йөрөү кәрәкмәй. Бурысыбыҙ – пациенттар өйҙәренә ҡайта алһын өсөн хәлдәрен тотороҡландырыу, һыҙланыуҙарын туҡтатыу, физик һәм психологик йәһәттән уңайлыҡтар булдырыу. Хосписта һәр кемгә шәхсән ҡараш буласаҡ.Проект буйынса Өфө хосписы өс корпустан торасаҡ: бәләкәй һәм оло йәштәге сирлеләр өсөн бүлексәләр, хакимиәт-медицина блогы. Объект 60 урынлыҡ, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн – 40, кесе йәштәге пациенттар өсөн 20 урын ҡаралған. Һәр блокта ял урындарын булдырыу планлаштырыла. Балалар бүлексәһендә уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.“Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитетының махсуслашҡан төҙөүсеһе” подряд ойошмһы генераль директоры Марат Вәсимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бинаны күтәреү буйынса проект-эҙләү эштәре тамамлана. Ошоға параллель рәүештә төҙөүселәр объект өсөн майҙанды әҙерләүгә күскән.Фото: glavarb.ru.

Яҙмышыңдың нисек булырын белеп булмай. Төҙәлеп булмаҫлыҡ ауырыуға дусар булғандарҙың һуңғы көндәрен хосписта үткәрергә теләүе лә сер түгел. Үкенескә ҡаршы, республикала бында ҙур учреждение юҡ ине һәм тиҙҙән мөһим объектты 2,37 гектар майҙандағы участкала төҙөйәсәктәр. Ул баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа үҙәге артында, урынлашҡан. Хоспистың маҡсаты – оло һәм кесе йәштәге дауалап булмаған сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү. 25 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы төҙөлөшөнә әҙерлек барышын ҡараны.
– Хоспистың дауахана түгеллеген аңлау мөһим. Һәм бында кеше үлергә килә, тип әйтергә ярмай. Хоспис – ул күбеһенсә йәшәйеш тураһында, – ти хоспис директоры Радмила Сурначёва. – Сирҙәре дауаланмай торған кешеләр бар. Әммә ошо уҡ ваҡытта улар оҙаҡ йәшәй. Төрлө генетик сирҙәр менән яфаланған балалар була. Уларға ғәҙәттәге дауаханаға йөрөү кәрәкмәй. Бурысыбыҙ – пациенттар өйҙәренә ҡайта алһын өсөн хәлдәрен тотороҡландырыу, һыҙланыуҙарын туҡтатыу, физик һәм психологик йәһәттән уңайлыҡтар булдырыу. Хосписта һәр кемгә шәхсән ҡараш буласаҡ.
Проект буйынса Өфө хосписы өс корпустан торасаҡ: бәләкәй һәм оло йәштәге сирлеләр өсөн бүлексәләр, хакимиәт-медицина блогы. Объект 60 урынлыҡ, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн – 40, кесе йәштәге пациенттар өсөн 20 урын ҡаралған. Һәр блокта ял урындарын булдырыу планлаштырыла. Балалар бүлексәһендә уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
“Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитетының махсуслашҡан төҙөүсеһе” подряд ойошмһы генераль директоры Марат Вәсимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бинаны күтәреү буйынса проект-эҙләү эштәре тамамлана. Ошоға параллель рәүештә төҙөүселәр объект өсөн майҙанды әҙерләүгә күскән.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас: