Вдадимир Путин Хәрби-диңгеҙ флотына 40 яңы караб тапшырырға вәғәҙә бирҙе. Рәсәй лидеры әйтеүенсә, 2020 йылда ВМФ составы төрлө класлы яңы суднолар менән тулыланасаҡ. Санкт-Петербургтағы хәрби диңгеҙселәр көнөнә арналған төп парадта В. В. Путин Рәсәй хәрби флоты даими тулылана барыуын билдәләне. Тантанала ил башлығы диңгеҙселәрҙе ҡотлап: “Диңгеҙҙә һәр кем хеҙмәт итә алмай. Ул ҡыйыулыҡ, тәртип, көслө рух, берҙәм флот командаһында йәшәй һәм эшләй белеүҙе талап итә. Тап шуға ла флотты йөрәк ҡушыуы буйынса аңлағандар ғына һайлай ала”, - тип тәбрикләне.