Июнь, июль айҙарында 3 – 16 йәшлек балаларға ун мең һум аҡса алып ҡыуанғайныҡ. Коронавирус пандемияһы менән бәйле индерелгән социаль ярҙамды августа ла оҙайтырға тәҡдим итәләр. "Был айҙа сығымдар күп, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләргә кәрәк", - ти атай-әсәйҙәр.