Кремль баһалауы буйынса Хабаровск өлкәһендә хәлдәр тыныслана төштө, - ти Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков. Ул Владимир Путин протестарҙы бик ентекле күҙәтеп бара, тине.
Элекке губернаторҙы ҡулға алыу менән бәйле килешелмәгән протест акциялары ике аҙнанан ашыу дауам итә. Урындағы халыҡ Сергей Фургал өҫтөнөн асыҡ суд талап итә. Ул иһә 2004-2005 йылдарҙа эшҡыуар Александр Смольскийҙы үлтерергә ниәтләүҙә, Евгений Зоря һәм Олег Булатовты үлтерергә ҡушыуҙа ғәйепләнә. Әммә ғәйебен танымай.