Иглин районы Урман ауылында, элекке ҡорал склады биләмәһендә, 28 июлдә шартлау яңғыраған. Боеприпастар шартлауы арҡаһында дүрт кеше зыян күргән. Улар дауаханаға оҙатылған. Был хәл боеприпастар йыйыу һәм утилләштереү менән шөғөлләнгән подряд ойошмаһы эштәре ваҡытында булған.