Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 20:50

Бәхил бул, бейеүсе!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артисы Кирилл Антроповтың отпуск ваҡытында Санкт-Петербургта бейеклектән осоп, фажиғәле һәләк булыуын хәбәр иткәйнек. Бөгөн артисты һуңғы юлға оҙаттылар. Ул Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.«Ошо ауыр минутта ансамбль мәрхүмдең ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырманы һәм мөмкин булғанса ярҙам күрһәтте. Артистың кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтыу буйынса ойоштороу мәсьәләләрен, ерләүҙе ойоштороуҙы һәм финанс ярҙамын ансамбль үҙ өҫтөнә алды», — тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән.Кирилл Антропов 2016 йылда Ғәскәров ансамбленә килгән. Коллектив уға ҙур өмөттәр бағлаған, сөнки артист трюктар яһау һәләтенә эйә булған.Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артисы Кирилл Антроповтың отпуск ваҡытында Санкт-Петербургта бейеклектән осоп, фажиғәле һәләк булыуын хәбәр иткәйнек. Бөгөн артисты һуңғы юлға оҙаттылар. Ул Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнде.
«Ошо ауыр минутта ансамбль мәрхүмдең ғаиләһен яңғыҙ ҡалдырманы һәм мөмкин булғанса ярҙам күрһәтте. Артистың кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтыу буйынса ойоштороу мәсьәләләрен, ерләүҙе ойоштороуҙы һәм финанс ярҙамын ансамбль үҙ өҫтөнә алды», — тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән.
Кирилл Антропов 2016 йылда Ғәскәров ансамбленә килгән. Коллектив уға ҙур өмөттәр бағлаған, сөнки артист трюктар яһау һәләтенә эйә булған.
Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: