Ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса страховка пенсияһын алыусылар уны яңынан иҫәпләтергә хоҡуҡлы. Бының өсөн ғариза биреп тороу кәрәкмәй. Өҫтәмәнең күләме индивидуаль һәм эшләү осорона, эш биреүселәрҙән килгән страховка взностары суммаһына бәйле.