Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 16:35

Автобустан төшөрөп ҡалдырасаҡтар

Кисә, 29 июлдә, “Башавтотранс” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указын тормошҡа ашырыу маҡсатында йәмәғәт транспортына шәхси һаҡлыҡ саралары булмаған пассажирҙары индермәү буйынса контроль саралар үткәрҙе.Төп маҡсат – коронавирус инфекцияһының йәмәғәт транспортында таралыуына юл ҡуймау, пассажирҙар һәм водителдәрҙең һаулығын һаҡлау.– “Башавтотранс” пассажирҙарҙы ташыу хеҙмәтен башҡара һәм указ талаптарын үтәү өсөн, билет биргәнсе, кондуктор пассажирҙың битлеге булыуын асыҡларға, автобуста саҡта уны сисмәй кейеүҙе һорарға һәм шунан һуң ғына билет бирергә тейеш. Пассажирҙың битлеге булмаған осраҡта, кондуктор был кешенең автобустан сығыуын талап итергә бурыслы. Кешеләрҙе был талаптарға аңлап һәм яуаплылыҡ менән ҡарарға саҡырабыҙ, сөнки быны үтәүгә тәү сиратта уларҙың һаулығы бәйле, – тине “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Сергей Паскин.Предприятиела кондукторҙар һәм водителдәр менән тейешле инструктаж үткәрелгән. Автобустың маршрут буйынса хәрәкәте салондағы пассажирҙарҙың 100 проценты битлектә булғанда ғына рөхсәт ителә.Әйткәндәй, республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың ташыуҙарҙы ойоштороу үҙәге һәм ЮХХДИ вәкилдәре менән берлектә аҙна һайын рейдтар үткәрә һәм указдың үтәлешен тикшерә. Был саралар ваҡытында пассажирҙар һәм автобус водителдәренең битлеге булыу-булмауына иғтибар бирелә.Был өлкәлә асыҡланған етешһеҙлектәр өсөн штрафтар ҡаралған: вәкәләтле кешеләр өсөн беренсе тапҡыр 5 меңдән 15 мең һумға тиклем, ҡабатланһа - 15 меңдән 30 мең һумға тиклем. Ойошмалар өсөн беренсе тапҡыр 50 меңдән 100 меңгәсә, ҡабатланһа - 100 меңдән 200 мең һумға тиклемге штрафтар ҡаралған.

Кисә, 29 июлдә, “Башавтотранс” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указын тормошҡа ашырыу маҡсатында йәмәғәт транспортына шәхси һаҡлыҡ саралары булмаған пассажирҙары индермәү буйынса контроль саралар үткәрҙе.
Төп маҡсат – коронавирус инфекцияһының йәмәғәт транспортында таралыуына юл ҡуймау, пассажирҙар һәм водителдәрҙең һаулығын һаҡлау.
– “Башавтотранс” пассажирҙарҙы ташыу хеҙмәтен башҡара һәм указ талаптарын үтәү өсөн, билет биргәнсе, кондуктор пассажирҙың битлеге булыуын асыҡларға, автобуста саҡта уны сисмәй кейеүҙе һорарға һәм шунан һуң ғына билет бирергә тейеш. Пассажирҙың битлеге булмаған осраҡта, кондуктор был кешенең автобустан сығыуын талап итергә бурыслы. Кешеләрҙе был талаптарға аңлап һәм яуаплылыҡ менән ҡарарға саҡырабыҙ, сөнки быны үтәүгә тәү сиратта уларҙың һаулығы бәйле, – тине “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Сергей Паскин.
Предприятиела кондукторҙар һәм водителдәр менән тейешле инструктаж үткәрелгән. Автобустың маршрут буйынса хәрәкәте салондағы пассажирҙарҙың 100 проценты битлектә булғанда ғына рөхсәт ителә.
Әйткәндәй, республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың ташыуҙарҙы ойоштороу үҙәге һәм ЮХХДИ вәкилдәре менән берлектә аҙна һайын рейдтар үткәрә һәм указдың үтәлешен тикшерә. Был саралар ваҡытында пассажирҙар һәм автобус водителдәренең битлеге булыу-булмауына иғтибар бирелә.
Был өлкәлә асыҡланған етешһеҙлектәр өсөн штрафтар ҡаралған: вәкәләтле кешеләр өсөн беренсе тапҡыр 5 меңдән 15 мең һумға тиклем, ҡабатланһа - 15 меңдән 30 мең һумға тиклем. Ойошмалар өсөн беренсе тапҡыр 50 меңдән 100 меңгәсә, ҡабатланһа - 100 меңдән 200 мең һумға тиклемге штрафтар ҡаралған.

Читайте нас: