Зубов ҡасабаһындағы клиник-диагностика йоғошпо ауырыуҙар үҙәгенә 100 дана үпкәне елләтеү аппараты килтерелде. Был ҡорамалдарҙың тәүге партияһы ғына, яҡын арала тағы ла 200 аппарат алынасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бындай мөһим ҡорамалдарҙы алыуға 558 600,0 мең һум күләмендә аҡса тотоноласаҡ һәм улар республиканың төрлө медицина ойошмаларына оҙатыласаҡ.
Быға тиклем республикаға ошондай 43 аппарат алынғайны. Улар Өфөләге 8-се, Дим районы дауаханаларына, республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына, Белорет, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары дауаханаларына оҙатылды. Әйткәндәй, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙ дауаханалары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр башҡарыла.