Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 11:15

Китап уҡыһаң, стресс кисермәҫһең

1936 йылда фәнни ҡулланылышҡа инәгн “стресс” һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә "көсөргәнеш" тигәнде аңлата. Был – организмдың ниндәйҙер тышҡы экстремаль факторҙарға яуабы. Стресс хәле адреналин сығарыуға булышлыҡ итә һәм беҙҙең организм дошманға ҡаршы көрәшеү йәки унан ҡасыу өсөн тиҙ егнә хәрәкәткә килә. Организм буйлап файҙаланылмаған гормондар хәрәкәт итә һәм нервы системаһына тынысланырға ирек бирмәй.Стрестан ҡасыу мөмкин түгел, ләкин уны еңергә була. Бринтания ғалимдары тикшереүҙәр уҙғарып, ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Баҡтиһәң, стресс кимәлен музыка тыңлау – 61, бер сынаяҡ сәй йә ҡәһүә эсеү - 54, саф һауала йөрөү – 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Ә бына ни бары алты минут шым ғына китап уҡыу стресҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу булып тора. Тикшеренеүҙәр авторы Дэвид Льюис, ниндәй китап уҡыу мөһим түгел, иң мөһиме, уға тулыһынса бирелеү, тип һанай. Китап геройҙарының проблемаларын кисереп, кеше үҙенекен онота икән.

1936 йылда фәнни ҡулланылышҡа инәгн “стресс” һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә "көсөргәнеш" тигәнде аңлата. Был – организмдың ниндәйҙер тышҡы экстремаль факторҙарға яуабы. Стресс хәле адреналин сығарыуға булышлыҡ итә һәм беҙҙең организм дошманға ҡаршы көрәшеү йәки унан ҡасыу өсөн тиҙ егнә хәрәкәткә килә. Организм буйлап файҙаланылмаған гормондар хәрәкәт итә һәм нервы системаһына тынысланырға ирек бирмәй.
Стрестан ҡасыу мөмкин түгел, ләкин уны еңергә була. Бринтания ғалимдары тикшереүҙәр уҙғарып, ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Баҡтиһәң, стресс кимәлен музыка тыңлау – 61, бер сынаяҡ сәй йә ҡәһүә эсеү - 54, саф һауала йөрөү – 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Ә бына ни бары алты минут шым ғына китап уҡыу стресҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу булып тора. Тикшеренеүҙәр авторы Дэвид Льюис, ниндәй китап уҡыу мөһим түгел, иң мөһиме, уға тулыһынса бирелеү, тип һанай. Китап геройҙарының проблемаларын кисереп, кеше үҙенекен онота икән.
Читайте нас: