Өфөлә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһын урынлаштырыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Халыҡҡа мемориал ҡуйыласаҡ майҙанды билдәләүҙе хәл итергә тура киләсәк. Әле ике вариант тәҡдим ителә.
Беренсе майҙансыҡ – Еңеү аллеяһына ингән урын. Стеланы ҡуйыу бөтә был комплексҡа тантана төҫөн бирәсәк һәм халыҡтың тылдағы хеҙмәт батырлығының әһәмиәтен сағылдырып торасаҡ.
Икенсе вариант – мемориалды Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫешкән урында паркка ингән төп юлда урынлаштырыу, унда йыл һайын Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы саралар уҙа. Был майҙан да ҡала төҙөлөшөндәге мөһим үҙәк булып тора – Ленин урамы тамамланған урын һәм тарихи ҡомартҡы архитектураһы булған Белгестәр йорто менән бер-береһен тулыландыра. Башҡортостан ордендары менән тумбалар, ер аҫты үткәүеленең парапеттары, эскәмйәләр һәм урам яҡтыртҡыстары мемориалдың архитектураһы менән стилистик берҙәмлектә башҡарыла. Стеланы һәм майҙандың элементтарын декоратив яҡтыртыу ҡаралған.
Буласаҡ мемориал дүрт ҡырлы нигеҙгә урынлаштырылған һигеҙ ҡырлы колоннанан торасаҡ. Нигеҙ өс баҫҡыслы түңәрәк стереобатта урынлаша. Колоннаға алтын ялатылған ҡала гербы ҡуйылған, ә нигеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты тексы урынлаштырылған. Ҡалған өс нигеҙ ул йылдарҙағы хужалыҡтың төп тармаҡтарына – машиналар эшләүгә, нефть эшкәртеүгә һәм ауыл хужалығына арналған тематик рельефтар менән биҙәлгән. Стеланың бейеклеге 20 метр. Мемориал авторҙары – Константин Донгузов һәм Дамир Мәғәфуров.
Фекер алышыуҙа теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала. Төбәк халҡы стеланы урынлаштырыу буйынса фекерен махсус форма тултырып белдерә ала. Тауыш биреү 13 сентябргә тиклем бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙың баш ҡалаһы “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Өфөгә был исемде биреүҙе хуплап, бер миллиондан ашыу кеше ҡултамға ҡуйҙы. Был эшкә “Берҙәм Рәсәй” партияһының активистары тос өлөш индерҙе.
(Ссылка на форму для голосования размещена)