Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2020, 14:30

Актер йорт аресында ҡала

Рәсәйҙең кино һәм театр артисы Михаил Ефремовтың “джип”ы баш ҡаланың Смоленск майҙанында юлдың ҡаршы һыҙатына барып сығыуы, ҙур булмаған “Лада” фургонын бәрҙереүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Һөҙөмтәлә 58 йәшлек Сергей Захаров ауыр йәрәхәттәрҙән дауаханала һәләк була.Михаил Ефремов үҙе әллә ни йәрәхәт алмай. Уны медицина тикшереүе өсөн генә дауаханаға алып баралар. Шаһиттар белдереүенсә һәм авария урынынан һалынған видеояҙмалар буйынса, уның шыр иҫерек булыуы күренә. Артист нимә булғанын аңлатып маташа, тик теле көрмәлә. 30 июлдә Мәскәүҙең Пресня судында үлем менән тамамланған юл-транспорт һәләкәттәре тураһындағы эш буйынса башланғыс тыңлауҙар булды. Һөҙөмтәлә актерға өй аресын 2021 йылдың 22 ғинуарына тиклем оҙайттылар. Шулай итеп, суд тикшереү үтенесен ҡәнәғәтләндергән. Бынан тыш, суд Ефремовҡа уға ике сәғәтлек сәфәр ҡылырға рөхсәт биреүҙән баш тартҡан.

Рәсәйҙең кино һәм театр артисы Михаил Ефремовтың “джип”ы баш ҡаланың Смоленск майҙанында юлдың ҡаршы һыҙатына барып сығыуы, ҙур булмаған “Лада” фургонын бәрҙереүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Һөҙөмтәлә 58 йәшлек Сергей Захаров ауыр йәрәхәттәрҙән дауаханала һәләк була.
Михаил Ефремов үҙе әллә ни йәрәхәт алмай. Уны медицина тикшереүе өсөн генә дауаханаға алып баралар. Шаһиттар белдереүенсә һәм авария урынынан һалынған видеояҙмалар буйынса, уның шыр иҫерек булыуы күренә. Артист нимә булғанын аңлатып маташа, тик теле көрмәлә.
30 июлдә Мәскәүҙең Пресня судында үлем менән тамамланған юл-транспорт һәләкәттәре тураһындағы эш буйынса башланғыс тыңлауҙар булды. Һөҙөмтәлә актерға өй аресын 2021 йылдың 22 ғинуарына тиклем оҙайттылар. Шулай итеп, суд тикшереү үтенесен ҡәнәғәтләндергән. Бынан тыш, суд Ефремовҡа уға ике сәғәтлек сәфәр ҡылырға рөхсәт биреүҙән баш тартҡан.
Читайте нас: