Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2020, 22:45

Балаларымды ҡарармын тип уйлағайным

–Нисек инде насар? Эшләгән эшең һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел шикелле.

Берәү, мине һайлаһағыҙ шуны эшләрмен, быны хәл итермен, тип йөрөп-йөрөп тә депутатлыҡҡа үтә алмағас, бик ныҡ ҡайғыра. Дуҫы осратып хәл-әхүәлен һорашҡас:
–Ҡуй, һорама ла инде, насар, – ти.
–Нисек инде насар? Эшләгән эшең һәйбәт, һаулығыңа ла зарланырлыҡ түгел шикелле.
– Депутатлыҡҡа үтә алманым бит, – ти теге ханым иларға етешеп. – Депутат булып китһәм, балаларымды ҡарармын, коттедж һалдырырмын тип уйлағайным, килеп сыҡманы, үтә алманым, –тип хәсрәтен һөйләй.
Читайте нас: