“Ҡасан бөтә был зәхмәт?!” Халыҡ араһында бындай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, көтмәгәндә донъяны яулап алған пандемия тамам ялҡытты. Шул сәбәпле төрлө саралар кисектерелә... Ҡыҙғанысҡа күрә, коронавирус пандемияһы әле генә бирешергә уйламай. Кисә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының ғәҙәттән тыш комитеты ултырышында ошо хаҡта белдерҙеләр. Шуға ла был афәтте артабан таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ талаптарҙы үтәргә саҡырҙылар. Эксперттар тағы ла өс айҙан йыйылып, пандемия менән бәйле хәлгә баһа бирәсәк.
Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын дауам итә. Тәүлек эсендә сирҙе йоҡторғандарҙың һаны 35-кә артып, бөтәһе 6 815-кә етте. Әле 1 592 кеше дауалана. Дауаханаларҙағы 38 пациент ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Өҫтәүенә пневмония менән сирләүселәр һаны арта, һуңғы тәүлектә 64 кешелә ошо диагноз раҫланған. Бөтәһе республикала 5 200 кеше һауыҡҡан.