Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, ил Хөкүмәте балаларға түләү өсөн тағы 18,4 миллиард һум бүлде. Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 660 миллион һум бирелде.
Документҡа ярашлы, ғаиләләрҙәге 718 меңдән ашыу бала аҡса алырға тейеш. Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванованың республикала ҡайһы берәүҙәрҙең был аҡсаны ни өсөн ала алмауына аңлатма бирҙе. Министр һүҙҙәренсә, 23 июлгә бирелгән ғаризалар һаны 140 меңгә еткән, уларҙың 64 меңе ҡарала. 40 мең мөрәжәғәт буйынса түләүҙәр тәғәйенләнгән, ә 31 меңе кире ҡағылған. Бының төп сәбәбе башлыса йән башына уртаса килемдең күберәк булыуы һәм ғаилә тураһында тулы мәғлүмәт бирмәүгә ҡайтып ҡала.