Үткән йылы Нефтекама ҡалаһы дауаханаһы янында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы үҙәк асыла. Бер йылдан ашыу бында ике онколог ҡабул итә. Тикшерелергә һәм дауаланырға Нефтекама ҡалаһы халҡынан тыш, Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле райондарынан, Яңауыл һәм Ағиҙел ҡалаларынан да киләләр. “Көнөнә йөҙҙән ашыу пациентты ҡабул иткән был үҙәктең әһәмиәте ҙур”, - ти урындағы халыҡ.