Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 11:20

250 мең һум алырға була

Дәүләттән бушлай ер участкаһы алып уны артабан нимә эшләтергә белмәү проблемаһы күптәнге. Мәсьәлә күтәрелеү менән дә урындарҙағы хакимиәттәр уны хәл итә алмауын ғына белдерә. Ә берәүҙәр ер эләгеүен йылдар буйы көтә. Төбәктең 9 муниципалитетында ғына льготалы граждандар ер участкаһы менән тәьмин ителгән. 32 районда ул 90 процент тәшкил итә, ә иң түбән күрһәткес Өфөлә – 22 процент. Ер участкаһы алыуға сират йылдан йыл арта. Әле исемлектә 16 мең ғаилә, уның ике меңе баш ҡалаға тура килә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн республикала быйыл март айында закон ҡабул ителде. Уға ярашлы ергә альтернатива барлыҡҡа килде. 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, бәлиғ булмаған инвалид балалы ғаиләләр дәғүә итә.Программа быйыл сентябрҙән эшләй башлай. Аҡсалата түләүҙе фатир, бүлмә, шәхси йорт һатып алырға тотонорға мөмкин. Шулай уҡ йорт төҙөү, төҙөлә башлағанды тамамлау, ипотека ҡаплау һәм ер участкаһы һатып алыу өсөн. Аҡсалата түләүгә ғаризаны Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йә урындағы хакимиәткә тапшырырға кәрәк буласаҡ.Сумма ҡулға бирелмәй, ул маҡсатлы йүнәлтелә һәм дәүләт ярҙамын йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн генә ҡулланырға була. Торлаҡ, төҙөлөш ,ер участкаһы мотлаҡ Башҡортостанда булырға тейеш.

Дәүләттән бушлай ер участкаһы алып уны артабан нимә эшләтергә белмәү проблемаһы күптәнге. Мәсьәлә күтәрелеү менән дә урындарҙағы хакимиәттәр уны хәл итә алмауын ғына белдерә. Ә берәүҙәр ер эләгеүен йылдар буйы көтә. Төбәктең 9 муниципалитетында ғына льготалы граждандар ер участкаһы менән тәьмин ителгән. 32 районда ул 90 процент тәшкил итә, ә иң түбән күрһәткес Өфөлә – 22 процент. Ер участкаһы алыуға сират йылдан йыл арта. Әле исемлектә 16 мең ғаилә, уның ике меңе баш ҡалаға тура килә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн республикала быйыл март айында закон ҡабул ителде. Уға ярашлы ергә альтернатива барлыҡҡа килде. 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, бәлиғ булмаған инвалид балалы ғаиләләр дәғүә итә.
Программа быйыл сентябрҙән эшләй башлай. Аҡсалата түләүҙе фатир, бүлмә, шәхси йорт һатып алырға тотонорға мөмкин. Шулай уҡ йорт төҙөү, төҙөлә башлағанды тамамлау, ипотека ҡаплау һәм ер участкаһы һатып алыу өсөн. Аҡсалата түләүгә ғаризаны Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына йә урындағы хакимиәткә тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Сумма ҡулға бирелмәй, ул маҡсатлы йүнәлтелә һәм дәүләт ярҙамын йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн генә ҡулланырға була. Торлаҡ, төҙөлөш ,ер участкаһы мотлаҡ Башҡортостанда булырға тейеш.
Читайте нас: